Көнүзәк
1 Января 2022, 05:10

Яңа ел белән, республикам!

Башкортстан Республикасы Башлыгы Радий Хәбиров республика халкын Яңа ел белән тәбрик итте.

Яңа ел белән, республикам!Яңа ел белән, республикам!
Яңа ел белән, республикам!

Башкортстан Республикасы Башлыгы Радий Хәбиров республика халкын Яңа ел белән тәбрик итте.

«Ҡәҙерле яҡташтар! Дуҫтар!

2021 йыл тарихҡа күсә. Ул ябай булманы, ҡатмарлы шарттарҙа үтте. Ҡабул итеп булмаҫлыҡ ауыр юғалтыуҙар алып килгән йыл. Дауаханаларҙа, госпиталдәрҙә, ашығыс ярҙам хеҙмәтендә эшләгәндәр быны минән яҡшыраҡ белә.

Бөгөн мин: «Рәхмәт һеҙгә, аҡ халатлы фәрештәләр!» – тип өндәшәм. Барлыҡ табиптарға, шәфҡәт туташтарына, ирекмәндәргә, социаль һәм ашығыс хеҙмәт белгестәренә, уҡытыусыларға, эшҡыуарҙарға рәхмәт! Әле, Яңы йыл төнөндә, дежурҙа булған, кешеләр ғүмере һағында тороусы һәр бер хеҙмәткәргә рәхмәт әйтәм!

Республикала йәшәүсе һәр кем минең һүҙҙәремде ҡеүәтләп, уларға шулай уҡ: «Рәхмәт!» – тип өндәшеүенә ышанам.

Был дөрөҫ тә! Бер-беребеҙгә йышыраҡ ихтирамыбыҙҙы белдерәйек, изгелек өләшәйек, һәр яңы көнгә ҡыуанып йәшәйек. Әлеге ваҡытта эргәгеҙҙә булған яҡындарығыҙға рәхмәтле, йылы ҡараш менән бағығыҙ. Был ҡатмарлы осорҙа беҙ бер-беребеҙгә ни тиклем кәрәк булыуыбыҙҙы, шатлыҡтарҙы ла, һынауҙарҙы ла бергә үткәреү еңелерәк икәнен яҡшы аңланыҡ.

Ҡәҙерле ватандаштар!

Ҡыйынлыҡтар беҙҙең халыҡты сыныҡтырыуын, берҙәмләштереүен тарих күп тапҡырҙар иҫбатланы. Беҙ – Башҡортостан халҡы – дүрт миллиондан ашыубыҙ. Бөтәбеҙ бергә – бер ҙур ғаилә.

Үтеп барған йылдың яҡшы яҡтары ла күп, шулай бит, дуҫтар. Ул  республиканы үҫешкә илтер яңылыҡтар, мөһим ҡаҙаныштарға бай булды. Бөтә ҡыйынлыҡтарҙы ла еңеп сыға алыуыбыҙға ышанысыбыҙҙы нығытты.

Башҡортостан, бер нәмәгә ҡарамай, ышаныс менән алға атлай. Яңы предприятиелар һәм йорттар, күперҙәр һәм юлдар, мәктәптәр һәм балалар баҡсалары, дауаханалар һәм спорт үҙәктәре төҙөйбөҙ. Яҡташтарыбыҙҙың еңеүҙәренә ихлас ҡыуанабыҙ һәм яңы үрҙәргә ынтылабыҙ.

Иманым камил, бөтәбеҙ бергә яңынан-яңы уңыштарға өлгәшәсәкбеҙ!

Яңы 2022 йыл һәр йортҡа, һәр ғаиләгә бәхет, муллыҡ һәм именлек алып килһен. Башҡортостан сәскә атһын!

Яңы йыл менән, ҡәҙерле дуҫтар! Барығыҙға ла һаулыҡ, именлек һәм изгелек!

Яңы йыл менән, Башҡортостан!» дип котлады  республика Башлыгы Радий Хәбиров.

 

Автор:Таҗиева Руфина
Читайте нас